Башҡортостанда айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә ер өсөн документтар алыу ябайлаша

Фото №1 - Башҡортостанда айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә ер өсөн документтар алыу ябайлаша

Милли һәм тәбиғәт парктарындағы ауылдарҙа йәшәүселәр ерҙе шәхси милек булараҡ теркәй ала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо турала закон проекты әҙерләнгән. Документҡа ярашлы, айырыуса һаҡланған биләмәләге  ауылдарҙа йәшәүселәрҙең ер участкаларына булған хоҡуҡтары кире ҡайтарыла. Мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана һәм башҡа объекттар төҙөлөшөнә бәйле ҡатмарлыҡтар ҙа бөтөргә тейеш. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре нормаһы ауыл биләмәһендә генә йомшара.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ