Быйыл Башҡортостанда 2 мең 385 йәйге лагерь эшләй. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, унда 300 меңдән ашыу бала ял итә һәм һаулығын нығыта ала.
Быйыл юллама өсөн түләнгән сумманы ҡайтарыуҙа яңылыҡ бар. Был турала Мәғариф министрлығының Өҫтәмә белем биреү бүлеге баш белгесе Рәмзиә Бикҡужина беҙҙең радиоға биргән интервьюһында белдерҙе.
Рәмзиә Бикҡужина менән булған интервьюны тулыһынса беҙҙең рәсми сайтта – “Асыҡ студия” бүлегендә тыңларға була.




