Тәүгеләрҙән булып баҫыуға Шаран, Туймазы һәм Күгәрсен хужалыҡтары сыҡты. Әле ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләнде туҡландырыу, тырматыу бара. Шаранда фермер Рәмил Иҙиәтуллин дә ҡыр эштәренә тотонған. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Минлин һөйләй.
Күгәрсен районында тәүгеләрҙән булып “Тәүәкән” механизаторҙары баҫыуға төшкән. Хужалыҡтың баш агрономы Азамат Хисмәтуллин.
Башҡортостанда ужым культуралары 418 мең гектарҙа сәселгән.






