Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың яңыртылған составының тәүге ултырышы үтте

Был орган 2011 йылдан бирле әүҙемлек күрһәтәкәне юҡ. Уның атамаһы ла башҡасараҡ яңғырай ине. Яңы состав киңерәк тә һәм реаль, хәҙерге заманға тап килгән эштәргә көйләнгән. Бөгөн милләт -ара мөнәсәбәттәр буйынса совет артабанғы эшмәкәрлеккә маҡсаттар билдәләне.

Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов әйтеүенсә, милләт-ара татыулыҡ ,сәйәси тотороҡлоҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә лә йоғонто яһай. Бигерәк тә күп милләтле төбәктәр өсөн был күрһәткес мөһим.

Шуға ҡарамаҫтан был өлкәлә тынғыһыҙ һәм ентекле эшмәкәрлек алып барыу мөһим, тине Азат Бадранов. Бигерәк тә илдә көтөлгән мөһим сәйәси кампаниялар алдынан республикала эшләгән милли ойошмаларға уяулыҡ күрһәтеү зарур.

Фото №1 - Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың яңыртылған составының тәүге ултырышы үтте

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ