Өфөнөң «Йүрүҙән» туҡталышында йәшерен эшмәкәрлек алып барған киоск асыҡланды

Төкәтмә булараҡ төҙөлгән оҫтаханала асҡыстарҙың дубликаты эшләнгән, аяҡ кейемдәре ремонтҡа алынған. Рөхсәт ҡағыҙҙарһыҙ бизнес ойоштороусыға «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Хәүефһеҙ республика» проекты активистары юлыҡты. Әңгәмә барышында эшҡыуар был аҙымға уны ғаиләһенең ауыр финанс хәле этәреүен билдәләне. Өфөлә ғаиләһе менән ҡуртымға фатир алып йәшәй, дүрт бала үҫтерә.

Оҙаҡ йылдар ошо биләмәлә ҡуртымға бина алып эшләнем. Айлыҡ түләүҙәрҙе күтәргәйнеләр, китергә тура килде. Бында киоск төҙөп ҡуйыуҙан башҡа сара күрмәнем. Урындағы хакимиәт административ протоколдар төҙөй, штрафын һәр ваҡыт түләп торам. Аҡса етә, ҡайһы саҡ етмәй ҡала. Үҙем ун ике йыл элек Үзбәкстандан Башҡортостанға күсендем. Ғаиләмде ҡарарға кәрәк.

Өмөтбәк Рәхимов эшҡыуар

Сауҙа нөктәләре буйынса мониторинг уҙғарыусылар киоск адресы буйынса хоҡуҡ һағындағыларҙы саҡырҙы. Туҡталыштағы законһыҙ төкәтмәне һүтеү мәсьәләһе ҡараласаҡ. Шул уҡ ваҡытта йәшерен рәүештә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе ир енәйәти яуаплылыҡҡа ла тарттырылыуы ихтимал.

«Хәүефһеҙ республика» проекты Башҡортостан башлығы ҡарарҙарының үтәлешен, сауҙа нөктәләрен күҙәтә. Суррогатҡа ҡаршы көрәш алып барабыҙ. Бер йыл эсендә генә меңдән ашыу мониторинг уҙғарылды.

Антон Буфетов, «Хәүефһеҙ республика» проекты координаторы
Фото №1 - Өфөнөң «Йүрүҙән» туҡталышында йәшерен эшмәкәрлек алып барған киоск асыҡланды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ