Рөхсәт ителмәгән урындарҙа автомобиль ҡалдырыусылар өсөн яуаплылыҡ та ҡәтғиләшә

Өфөнөң Киров районы буйынса ғына йәшелләндерелгән биләмәлә парковка ойоштороусыларға ҡарата көнөнә ҡырҡҡа яҡын административ протокол төҙөлә. Физик шәхестәр өсөн штраф күләме бер меңдән ике мең һумғаса булһа, юридик компанияларға 20-30 мең һумлыҡ өҫтәмә сығымдар янай.

Автомобиль хужаларын дәүләт номеры буйынса ғына түгел, алғы тәҙрәләге вин-код буйынса ла асыҡлайҙар. Әгәр ҙә штраф ваҡытында түләнмәһә, материалдар судҡа ебәрелә.

Фото №1 - Рөхсәт ителмәгән урындарҙа автомобиль ҡалдырыусылар өсөн яуаплылыҡ та ҡәтғиләшә

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ