Өфө властары дөйөм ҡала өмәһенең өҫтәмә датаһын билдәләне

Ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡушыуы буйынса, ул 17 апрелгә тәғәйенләнгән. Уҙған аҙнала шәмбе өмәләре республиканың бар төбәктәрендә лә уҙҙы. Берҙәм халыҡ көсө менән Ишембай ҡалаһының парк-скверҙары тәртипкә килтерелде. Был эштә урындағы хакимиәт, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, студенттар әүҙемлек күрһәтте.

Башҡорт нефтен тәү башлап асыусылар майҙаны ла иғтибарһыҙ ҡалдырылманы. Биләмәлә күләмле реконструкция эштәре планлаштырылған. Республика башлығы ҡушыуы буйынса 2022 йылда ул заманса төҫ алырға тейеш. Шәмбе өмәләрен иһә ай дауамында уҙғарыу ҡаралған.

Фото №1 - Өфө властары дөйөм ҡала өмәһенең өҫтәмә датаһын билдәләне

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ