Изге Рамаҙан айы ғәмәлдәре....

Башҡортостан мәсеттәрендә диндарҙар кис һайын тәрәүих намаҙына йыйыла.

Өфөнөң Ғофран мәсетендә беренсе ҡатта ир-уҙамандар, икенсеһендә ҡатын -ҡыҙҙар намаҙ ғәмәлен үтәй. Ураҙа тотоусылар көнө буйына ашау-эсеүҙән тыйылып тора. Мосолмандар Рамаҙан айында сәхәр, ифтар ваҡыттарында еңел үҙләштерелә торған ризыҡ ҡуллана. Рухи таҙарыныу айында кәйеф-сафа ҡороу, ғәйбәт һөйләү, яман уйҙар һәм ғәмәлдәр тыйыла.

Мосолмандар ай дауамында мөмкин тиклем күберәк изгелек ҡылып, хәйер-саҙаҡа таратып, Ҡөръән уҡып, ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп ҡалырға ынтыла. Ураҙа-иман ныҡлығын һынаусы, рухиәтте үҫтерә, йәшәү рәүеше хаҡында фекер йөрөтә торған ай. Ул иманлы диндарҙарға яман ғәҙәттәрҙән ситләшеү, рухи һәм физик яҡтан таҙарыныу мөмкинлеген бирә. Рамаҙан айында башҡарылған һәр изге ғәмәл өсөн ун тапҡырға артыҡ итеп әжере ҡайтарыла. Ураҙа тотҡан мосолмандар сәләмәтләнә, йәшәүгә көс ала, тигән фекерҙә дин әһелдәре.

Фото №1 - Изге Рамаҙан айы ғәмәлдәре....

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ