Ул 1920 йылдың 15 апрелендә Нуриман районы Нимисләр ауылында тыуа. Кушнаренко педагогия училищеһын, Башҡортостан уҡытыусылар институтын тамамлай. Благовар районында хеҙмәт юлын башлай. 1940 йылдың 15 октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Брест ҡәлғәһендә элемтәселәр ротаһында радист була. Беҙҙең архивта Ришат Сәлих улының яҙмаһы һаҡлана. Ул немец илбаҫарҙарының һөжүмен шулай хәтерләй.
Ришат Исмәғилев оҙаҡ йылдар Нуриман районы Байгилде урта мәктәбе директоры булып эшләй. Яугир былтыр 100 йәшендә вафат булды. Хәҙер ауыл лицейы һәм Кушнаренко педагогия училищеһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны исемен йөрөтә.






