Өфөләге Анна Лопатина йорто архитектура һәйкәле исемлегенә индерелде

Өфөлә Аксаков урамындағы Анна Лопатина йорто архитектура һәйкәле тип танылды.

Фото №1 - Өфөләге Анна Лопатина йорто архитектура һәйкәле исемлегенә индерелде

Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы бинаны төбәк кимәлендәге тарихи ҡоролмалар реестрына индерҙе.

Шул уҡ ваҡытта XX быуат төҙөлөшө генә түгел, ә фасадтарҙың архитектур-нәфис биҙәлеше лә һаҡлауға керә. Һәйкәл биләмәһендә ниндәй ҙә булһа хужалыҡ эштәре алып барыу, йортто емереү, тышҡы ҡиәфәтен үҙгәртерлек реконструкциялау, реклама конструкциялары ҡуйыу тыйылды.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ