Был вазифаға Рауил Хәйҙәров тәғәйенләнде. 54 йәшлек хоккей белгесе “Салауат Юлаев” мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1992 йылдан Германияла йәшәгән, тренер вазифаһында хеҙмәт юлын 2007 йылда башлаған. Рауил Хәйҙәров “Торос” командаһы уйынсылары оҫталығын үҫтереүгә бөтә көсөн һаласағын белдерҙе.
Юғары хоккей лигаһында быйылғы миҙгелдә Нефтекама хоккейсылары әллә ни сағыу уйын күрһәтә алманы. Плей-офта “Торос” тәүге әйләнештә уҡ төшөп ҡалды.




