Баш ҡалала IQ-парк майҙа асыла

Фото №1 - Баш ҡалала IQ-парк майҙа асыла

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шулай тип белдерҙе. “Технопаркта стартапер, йәш ғалимдар һәм юғары технологиялы компаниялар өсөн һалым льготалары була, шулай уҡ улар 5 миллион һумдан 300 миллионғаса грантҡа дәғүә итә ала. Бынан тыш, йәштәр менән остаздар эшләй һәм уйлап табыусыларҙың проекттарын ҙур корпорацияларға тәҡдим итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә”, - тип яҙа Андрей Назаров. Өфөлә Зәки Вәлиди урамында урынлашҡан IQ-парк “Сколков” фонды менән берлектә булдырылды. Әле технопарка ҡабул итеү буйынса 60 заявка ҡарала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ