Резиденттар 2 миллиард 600 миллион һум инвестиция йәлеп итергә ниәтләй. Ойошмаларҙа 250-нән ашыу эш урыны барлыҡҡа килә. Бында металл, электр ҡорамал, резина әйберҙәре етештереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү кеүек йүнәлештәр күрһәтелгән. Әле “Күмертау”, “Бәләбәй” һәм “Белорет” йылдам үҫеш биләмәләрендә 24 резидент теркәлгән, тип хәбәр итәләр Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан.




