Уның маҡсаты –кеше эшмәкәрлегенең бөтә өлкәләрендә экологик белемде арттырыу. Был көндө аңлатма, практик йүнәлештәге акциялар: тәбиғәтте һаҡлау темаһына төрлө күргәҙмәләр, конференциялар һәм балалар ижады конкурстары уҙғарыла. Кешеләр тәбиғәтте һаҡлау буйынса сараларҙа ҡатнаша.
Экологик сара барышында Ишембай ҡалаһында парк-скверҙар суп-сарҙан таҙартылды. Был эштә урындағы хакимиәт, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, студенттар әүҙемлек күрһәтте. Ҡала хакимиәте башлығы Илшат Шакиров.
Өфө хакимиәте дөйөм ҡала өмәһенең өҫтәмә датаһын билдәләне. Ҡала башлығы Сергей Греков ҡушыуы буйынса, ул 17 апрелгә тәғәйенләнгән.






