Ул Советтар Союзының атҡаҙанған тренеры Владимир Борман иҫтәлегенә арнала. Чемпионатта илдең 65 төбәгенән 500-гә яҡын спортсы ҡатнаша. Башҡортостан данын Өфө, Белорет, Күмертау һәм Октябрьский ҡалаларынан 27 үҫмер яҡлай. Республика командаһының баш тренеры Алексей Зиманов.
Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Европа һәм Донъя беренселегендә ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһы составы асыҡлана.




