Тәүгеләрҙән булып баҫыуға Шаран, Туймазы һәм көньяҡта Күгәрсен механизаторҙары сыҡты. Шаран фермеры Рәмил Иҙиәтуллин был көндәрҙә ужым бойҙайын туҡландырыу менән мәшғүл.
Хужалыҡта иген культураларын эшкәртеүҙең “нуль” технологияһы файҙаланыла, йәғни ерҙе һөрмәйҙәр.
Республикала ужым 418 мең гектар майҙанда сәселгән Яҙғы культураларҙы 2 миллион гектар майҙанда сәсеү планлаштырыла.






