Мәктәп баш ҡала советы депутаттарының башҡарма комитеты ҡарары буйынса, 1970 йылдың 1 сентябрендә асыла. 1999 йылдан танылған педагог, республиканың халыҡ мәғарифы министры Фатима Мостафина исемен йөрөтә. Был минуттарҙа баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында тантаналы сара башланып тора. Гимназияны бик күп билдәле шәхестәр тамамлаған. Шуларҙың береһе блогер Артур Иҙелбаев. Ошо белем усағындаа уҡыуым менән ғорурланам, ти ул.




