Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, боҙ тығынында туғыҙ йорт биләмәһен һыу баҫҡайны. Даими йәшәгән алты ғаиләне даръянан «Асы» шифаханаһының ҡотҡарыусылар бригадаһы алып сыға. Улар әлеге ваҡытта хәүефһеҙ урында, мал-тыуар туған-тыумасаларына күсерелгән. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Инйәрҙең ҡушылдығы Юрмаштан урғылған ҙур һыу иң беренселәрҙән булып Йомағоловтарҙың ихатаһын баҫҡан. Күп бала тәрбиәләүсе Айгөл Йомағолова бар көсөн туплап, башта балаларын хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан. Һуңынан билдән һыу кисеп бер-бер артлы ике быҙауын ҡотҡарған.
Бер-нисә көн күрше-тирә алмашлап дежурҙа тора. Боҙ китеүен дә тыныс ҡына оҙаталар. Әммә бәлә көтмәгәндә килә.Йорт нигеҙҙәре йыуыла, мунса һәм бәҙрәфтәр нигеҙенән ҡуба. Йомағоловтарҙың техникаһы сафтан сығыуҙан тыш, йорт эсе лә мәхшәрҙе хәтерләтә.
Инйәрҙә боҙ тығыны хаҡында хәбәр алыу менән, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының ҡотҡарыу хеҙмәте шартлатыу эштәрен башҡара. Боҙ тығыны ебәрелгәндән һуң һыу ярҙарына ҡайта башлай.
Флидә Һөйөшеваның йорто танымаҫлыҡ хәлгә килгән. Йомшаҡ дивандар, балаларҙың йоҡо бүлмәһе лә һыу аҫтында ҡалған. Ихата алдындағы автомобиль дә йөрөрлөк түгел.
Яр буйы урамында йәйге йорт һатып алыусы баҡса хужаларына ла еңел түгел. Руслан Хисаметдиновтың уазигы, иретеп -йәбештереү аппараты, мотбысҡыһы эшлектән сыҡҡан.
Яр буйы урамында йәшәүселәр һыу иртәнге 11-ҙә 10 минут эсендә метр ярым-ике метрға күтәрелеп, йорт-ҡаралтыларҙы баҫты, тип билдәләй. Һыу кинәт күтәрелеүҙең сәбәбе – ҡапыл боҙ тығылыу. Тығын Юрмаш йылғаһының юлын быуған һәм Инйәргә яҡын был урамдарҙы күҙ асып йомған арала һыу баҫҡан. Хужаларҙың баҡсаларында ошондай ҙур боҙ киҫәктәре әле лә иреп бөтмәгән.
Әлфиә Харрасова бөгөн 4 баланы яңғыҙы үҫтерә. Ике йыл элек йорт йыһаздарын яңыртып, ҙур ремонт эшләгән. Һыу сынъяһау донъяларын юҡҡа сығарған. Стеналарҙа обойҙар ҡубып сыҡҡан, баҙ тулы һыу, электр тәьминәте өҙөлгән. Ханымды ҙур һыу буласағы хаҡында Зөйәктә йәшәгән әхирәте иҫкәрткән.
Ассы ауылының Яр буйы урамындағы йорттарҙа йәшгән халыҡ ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ, тип белдерҙеләр беҙгә район хакимиәтендә. Шәхси хужалыҡтар әлеге көндә электр тәьминәтенән өҙөлгән. Йорт- ҡаралтыларҙы тәртипкә килтереүгә һәм киптереүгә кәмендә ике айҙан ашыу ваҡыт талап ителәсәк. Әлеге ваҡытта ауыл биләмәһе башлығы тарафынан махсус комиссия төҙөлгән. Туғыҙ пункт буйынса матди зыян күләме иҫәпләнә.
Быйылғы ташҡында көтөлмәгән урында һыу кимәле күтәрелә. Хатта тау йылғаларында ла ташҡын ғәҙәттәге кеүек гөрләмәй, тауышһыҙ ғына күтәрелә, ти белгестәр. Инйәр кеүек ҙур һыуға яҡын йәшәүселәр, йылғалар үҙ ярҙарына ҡайтҡансы, ямғыр ғына яумаһын ине, тип теләй. Ә һыу баҫыу арҡаһында ғәҙәттән тыш хәл зонаһында ҡалыусылар 8-800-202-89-03 телефоны буйынса ҡотҡарыусыларға хәбәр итә ала. Инйәр, Ағиҙел йылғаларында һыу кимәле махсус үлсәү пункттарынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында ла күҙәтелә, шартлатыу бригадалары тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.
Гүзәл Борханова






