Һайлауҙар өс көн дауам итәсәк...

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон әҙерләй. Документ 22 апрелдә үтәсәк парламент ултырышында ҡарала. Бөгөн ултырыштың көн тәртибе билдәләнде. Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү, турист маршруттарын айырыуса һаҡ аҫтына алыу, ер мөнәсәбәттәре тураһындағы закон проекттары ла тәүге уҡыуҙа тикшереләсәк мөһим документтар.

Депутаттар шулай уҡ республика прокуратураһының бер йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен , кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил сығышын тыңлаясаҡ. Йәмғеһе халыҡ һайланыусылары ҡырҡтан ашыу закон проекты ҡараясаҡ.

Фото №1 - Һайлауҙар өс көн дауам итәсәк...

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ