Был турала агроконференцияла билдәләнде. Район биләмәһендә биш ауыл хужалығы предприятиеһы, дүрт кооператив, алтмыш туғыҙ шәхси предприятие һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшләй.
Күбеһе игенселек, көнбағыш, күп йыллыҡ үләндәр үҫтереү йүнәлештәрен алып бара. Быйыл дөйөм алғанда 21 мең гектар майҙанда бөртөклө культуралар сәсеү планлаштырылған. Техник культуралар өсөн 4 мең гектар майҙан бүленгән. Яҙғы сәсеүгә 3 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән булыуы билдәле. Элиталы сорттарға баҫым яһала.
Гөлназ Хәйбуллина




