Иглин районында милек һалымы буйынса бурыслылар асыҡланды

Рейдты һалым инспекторҙары суд приставтары һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо. Сара барышында водителдәрҙең кредит килешеүҙәре буйынса бурыстары, түләнмәгән штрафтары, алименттары ла тикшерелде. Ведомство хеҙмәткәрҙәре күсемһеҙ милек, транспорт, ер һалымдарын ваҡытында түләргә саҡыра, кире осраҡта пенялар өҫтәлә. Эш судта дауам итһә, сығымдар тағы ла арта.

2020 йылдың 1 декабрендә физик шәхестәрҙең милек һалымдарын түләү ваҡыты үтте. Бурыс күләмен федераль һалым хеҙмәте сайты, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, шулай уҡ күп функциялы үҙәк һәм һалым органдарына барып белергә, шунда уҡ түләргә мөмкин.

Ләлә Фәттәхова, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы өлкән дәүләт инспекторы
Фото №1 - Иглин районында милек һалымы буйынса бурыслылар асыҡланды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ