Өфөлә Гагарин кубогы олимпиадаһында ҡатнашыусы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Гагарин кубогына республика олимпиадаһында ҡатнашыусы йәш быуынға белем биреүсе уҡытыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар бүләкләнде. Уларға Рәсәй космонавтары федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты, Гагарин бюсы һәм «Кешенең йыһанға осоуына 60 йыл» миҙалы тапшырылды.

Наградаларҙы осоусы- космонавт, Рәсәй Геройы Сергей Залётин тапшырҙы. Олимпиадала ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл артҡанын иҫәпкә алғанда, инженер- техник белем менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә тип әйтергә мөмкин. Республикала олимпиада ун йыл дауамында уҙғарылып килә.

Фото №1 - Өфөлә Гагарин кубогы олимпиадаһында ҡатнашыусы мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ