“Тәбиғәтте яратыу һәм һаҡлау – ысын патриотлыҡ. Төп маҡсаттарҙың береһе - халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереү”, тигән фекерҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова. “Наҙанлыҡ, ғәҙәттәрҙе үҙгәртергә теләмәү, сүп өйөмдәренең артыуына килтерәсәк”, - ти ул.
Республикала көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы яйға һалыу буйынса ҙур эш алып барыла. 2024 йылға тиклем Башҡортостан тулыһынса ошондай ысулға күсеп бөтөргә тейеш. Был турала Хөкүмәттә үткән президиум ултырышында премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Былтыр 500-гә яҡын белем биреү учреждениеһында ҡалдыҡтарҙы айырым туплау өсөн 800 самаһы контейнер ҡуйылған.






