Төркиә һәм Танзанияға осоштар туҡтатылыуға бәйле ҡыҙыу линия ойошторолдо

Фото №1 - Төркиә һәм Танзанияға осоштар туҡтатылыуға бәйле ҡыҙыу линия ойошторолдо

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты һәм Туризм буйынса федераль агентлыҡ Төркиә һәм Танзанияға осоштар туҡтатылыуға бәйле ҡыҙыу линия ойошторҙо. 8-800-200-34-11 һандарына шылтыратып белешмә алырға мөмкин. Ҡыҙыу элемтә Мәскәү ваҡыты менән иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Рәсәй бөгөндән Төркиә һәм Танзанияға осоштарҙы япты.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ