Республика парламентында көс өҫтәүсе алкоголһеҙ эсемлектәр һатыуҙы көйләү тураһында проект әҙерләнде, ул пленар ултырышта ҡарала. Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, энергетик эсемлектәр балалар сәләмәтлегенә ҙур зыян килтерә, шуға сикләү кәрәк.






