Боронғо кейемдәрҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған замандаштарыбыҙ ошондай фекерҙә. Белорет ҡалаһында йәшәгән Алһыу Мәхмүтова яҡын кешеһенең селтәрен ғаиләләге иң ҡәҙерле йәдкәр тип иҫәпләй.
Дизайнер Гөлфиә Хамматова милли стилдә кейемдәр тегә. Уларҙы интернет аша һата. “Рухи тамырҙарыбыҙҙы сағылдырған кейемдәр һәм аксессуарҙар бер кемде лә битараф ҡалдырмай”, ти ул.
Республикала 16 апрелдә Милли кейем байрамы үтә.






