Бөгөн кискә Ағиҙел йылғаһы кимәле 630 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә. 252 кеше, шул иҫәптән 26 бала йәшәгән биләмә хәүеф аҫтында, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Баш ҡаланың Дим, Киров һәм Ленин райондарында юлды һыу баҫыуы ихтимал. Ағиҙел 680 сантиметрға еткән осраҡта Нижегородка биҫтәһендә 2 йортҡа һыу үтә. Яҙғы ташҡынға бәйле бөгөн республика хөкүмәте сайтында брифинг үтте. Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников әйтеүенсә, Федоровка ауылы янында аҡҡан Юрмаш йылғаһы ярҙарынан сыҡҡан.
Ҡотҡарыусылар һәм тейешле хеҙмәттәр юғары әҙерлек тәртибендә эшләй. Яҙғы ташҡындан зыян күреүселәргә 112 телефонына шылтарытып ярҙам һорарға була йәки хәүефле биләмәне үҙ аллы ҡалдырып китергә кәрәк.






