Өфөлә турнирҙа ҡатнашасаҡ командалар араһында йәрәбә һалынды. Быйыл барлығы 10 этап була, тәүгеләрҙән булып “Аҡбуҙат” ипподромында Әбйәлил, Бишбүләк, Күгәрсен, Саҡмағош һәм Тәтешле райондары юртаҡтары сығыш яһай. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин.
“Терра Башҡортостан” ярыштарының финал этабы 9 октябрҙә уҙа.




