Байрам халыҡтың традицияларын, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға, киләсәк быуынға еткереүгә йүнәлтелгән. Мәҙәниәт министрлығы ошо уңайҙан төрлө саралар ойоштора. Теүәл бер сәғәттән Салауат Юлаев майҙаны янында Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party башлана.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Селтәр» студияһы Милли кейем көнөнә бағышланған видероликтар конкурсы уҙғарҙы. Студияның фольклор етәксеһе Фатима Хәйретдинова.
Тәтешле районы Әри башы ауылының Удмурт ҡатын-ҡыҙҙар клубы ағзаһы Лилиә Гәрәева байрамда ҡатнашыр өсөн махсус рәүештә Өфөгә килде. Ул ауылда ғына түгел, ҡалала ла ошондай саралар уҙғарыла башлауға һөйөнөп бөтә алмай.






