Әңгәмә барышында республика менән компания араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм «Газпром» объекттарында Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған двигателдәрҙе ҡулланыу мөмкинлектәре ҡаралды. Радий Хәбиров «Газпром»ды Башҡортостандың ышаныслы партнеры тип атаны һәм 2025 йылға тиклем республиканы зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырыу программаһына ла туҡталды.
Олег Аксютин Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә етештерелгән двигателдәрҙең сифаты хаҡында һөйләп үтте. Ҡоролма «Газпром» йәмғиәтенең компрессор станцияларында киң ҡулланыла.




