Бөгөн Өфөлә көслө заттарҙың тәүге форумы уҙҙы. Унда төрлө райондарҙан делегаттар ҡатнаша. Сара Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың башланғысы менән ойошторолған. Ирҙәр ҡоро ҡатнашырға теләүселәр күп булыуға бәйле, «Торатау» конгресс холында ла, тура трансляция аша тотош республикаға ла ойошторолған. Ҡатнашыусыларға тәбрикләү хаты менән Республика башлығы ла мөржәғәт итте, шулай уҡ онлайн рәүештә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән билдәле шәхестәрҙең сығыштары тапшырылды. Көслө заттарҙың форумында ҡаралған проблемалар, ҡуйылған маҡсаттар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Борондан ир-егеттәр шәжәрәһен, нәҫел тарихын белергә бурыслы тип иҫәпләнеүе юҡҡа ғына түгел. Уның асылы матди тәьминәт менән дә, тыуасаҡ сабыйҙарыңдың сәләмәтлеге менән дә бәйле. Сөнки ете быуынға тиклем ҡан-ҡәрҙәштәр менән ғаилә ҡороу ғәрип балалар тыуыуға килтерә тип һаналған.
Ысын ир-егеткә хас сифаттар шәжәрә белеү менән генә сикләнмәй. Ул өй һалырға ла, ул үҫтерергә лә, ағас ултыртырға ла бурыслы. Йәғни, көслө зат яҡлаусы ла, һаҡлаусы ла. Билдәле мәҡәлдәгесә уға етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ. Ә күңелендә-эйәрле-йүгәнле ат ята.
Башҡорттарҙа ир-егеттәрҙең йәмғиәттә тотҡан мөһим урыны, тәғәйен бурыстары хаҡында бихисап мәҡәл-әйтемдәр бар. Ислам дине лә көслө заттарға һалынған оло яуаплылыҡ, ҡөҙрәт хаҡында һөйләй.
Әммә ҡор делегаттары фекеренсә, хәҙер ата-бабаларҙан ҡалған мәңгелек ҡиммәттәр юғала. Хатта, үҙ ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тоймаған ир-аттар ҙа бар. Шағир, эшҡыуар Азамат Юлдашбаев фекеренсә, был ирҙәрҙең ситкә китеп эшләүе, малайҙарҙың тик ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе алыуы менән дә бәйле. Икенсенән, бер ниндәй йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре булмаған көнбайышҡа эйәреү көслө.
Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Әммә 25 йәшкә гүзәл заттарҙың иҫәбе артығыраҡ булып сыға. Был ир-егеттәр араһында үлем күрһәткесенең юғарыраҡ булыуы менән бәйле. Уларҙың ғүмере лә ҡыҫҡараҡ. Әле республикала йәшәгән халыҡтың 46 проценты көслө зат вәкиле. Форумда билдәләнеүенсә, хәҙер ирҙәр был күрһәткестәр ҙә генә түгел, йәмғиәттә тотҡан урыны буйынса ла ҡалыша. Тормош дилбегәһе ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына күсә, ир-ат дөйөм эштәрҙән дә, бала тәрбиәләүҙән дә ситтә ҡала. Ҡор рәйесе Зариф Байғусҡаров был күренеште үҙгәртеп була тигән фекерҙә. Бары тик дөрөҫ итеп ойоштороу мотлаҡ.
Проблема күп яҡлы. Ирҙәрҙе йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү өсөн уларҙың ситкә китмәүе шарт, бының өсөн эш урындары булдырыу кәрәк. Ҡор эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен дә алып барырға ниәтләй. Атай кеше аҡса эшләү сығанағы ғына түгел, тәрбиә эштәрендә лә ҡатнашһын өсөн төрлө саралар ойоштороу талап ителә. Шулай уҡ ҡануни документтар ҙа ҡарала, мәҫәлән, яңғыҙ атайҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, әрме хеҙмәтен дөйөм стажға индереү һәм башҡалар. Ә әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә «Ил терәге» йәмәғәт наградаһы ла тапшырыла башлай.
Борон-борондан көнүҙәк һорауҙар ҡорҙа уртаға һалып ил ағалары, аҡһаҡалдар менән бергә тикшерелгән, халыҡ яҙмышын хәл итерлек мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгән. Шуға күрә республикала тәүге тапҡыр ойошторолған ирҙәр ҡоронда тарихи асылыбыҙҙы тергеҙеү, тамырыбыҙға ҡайтыу тип әйтергә мөмкин. Ир-егеттәребеҙ фекеренсә республикала ил терәге булырҙай көслө заттар күп, уларҙы бары тик бергә туплау, ойоштороу шарт.
Рәмзиә Кәримова






