Шәкәр сөгөлдөрө һығынтыһы нефть йыйыуҙа ҡулланыла

Өфө дәүләт авиация университетында шәкәр сөгөлдөрө ҡалдығы әрәм ителмәй. Уны һыу өҫтөнә түгелгән нефтте таҙартыуҙа ла ҡулланырға мөмкин. Университет ғалимдары былтыр уны етештереүгә патент алған.

Нефть продукцияһы һыу бассейнына таралыу күренеше ҡыҙғанысҡа күрә, йыш теркәлә. Быға нефть үткәргес торбаларҙың ваҡыт үтеү менән туҙып таушалыуы сәбәпсе. Күпселек осраҡта һыу биләмәһен таҙартыуға химик абсорбенттар ҡулланыла. Ә Өфө авиация-техник университеты ғалимдары был өлкәлә сөгөлдөр һығынтыһын ҡулланырға ҡарар иткән.

Тонналап шәкәр cөгөлдөрөнән 800 килограмм тирәһе жом һығыла. Был туҡлыҡлы ҡалдыҡты мал һимерткәндә лә ҡулланалар. Шулай уҡ ауыл хужалығының сәсеү майҙандарында ашлама булараҡ та тотоналар.

Анна Мельникова, Өфө дәүләт авиация-техник университетының 3-сө курс студенты

Шәкәр етештереү сәнәғәтендә жомдың күпселек өлөшө утилләштерелә. Көрән төҫтәге тап күҙ алдында ағара һәм нефть продукцияһын үҙенә һеңдереү һәләтенә эйә була. Жом сүстәрендәге бушлыҡтар нефтте һура ла инде.

Ҡалдыҡтарҙы ҡулланыу бик ҡулай. Беренсенән, беҙ уларҙың абсорбция һәләтен махсус модификация ҡулланып күтәрә алабыҙ. Был модификацияланған сөгөлдөр жомы иҡтисад һәм экологик йәһәттән дә отошло.

Наталья Кострюкова, Өфө дәүләт авиация техник университетының хәүефһеҙлек һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы доценты

Өлеге мәлдә университетта тупраҡта тикшереүҙәр үткәрелә. Был тикшереүҙәр ыңғай һөҙөмтә биргән. Уның өсөн Арктиканың материк өлөшөнән ер өлгөһө алынған.

Үҫемлек нигеҙендәге сорбенттарҙың уңайлығы - эшкәртелгән сорбенттарҙы ҡайтанан таҙартыу кәрәкмәй. Уны нефть менән бысранған грунт өҫтөндә лә ҡалдырырға мөмкин. Ул нефть ҡалдыҡтарын йота торған бактериялар үрсеү өсөн дә туҡлыҡлы мөхит булдыра.

Эльвира Нафиҡова, Өфө дәүләт авиация техник университетының хәүефһеҙлек һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы доценты, география фәндәре кандидаты
Башбат

Ысулды сәнәғәт экологияһы һәм етештереү хәүефһеҙлеге кафедраһы хеҙмәткәрҙәре уйлап таба һәм үҙҙәренең уйлап тапҡан асышына патент ала. Әлеге ваҡытта республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы менән килешеү төҙөү хаҡында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Фото №1 - Шәкәр сөгөлдөрө һығынтыһы нефть йыйыуҙа ҡулланыла

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ