200-ән ашыу журналисты берләштергән сара Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысы менән үтә. Форумға власть органдары вәкилдәре, федераль эксперттар саҡырылған. Тәүмаҡсат – тармаҡ проблемаларын асыҡлап, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү. Форумдан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Эфир аудиторияһын нисек арттырырға ла, тираждарҙы нисек һаҡлап ҡалырға? Телевидение, радио, гәзит-журнал редакциялары алдында уртаҡ бурыс - милли журналистиканы заман талаптарына яраҡлаштырыу. Ғафури районында ойошторолған Медиайыйын республика киң мәғлүмәт саралары өсөн яңы боролошҡа тиң. Иҫке эш алымдарынан арынырға ваҡыт. Тамашасы, тыңлаусы, уҡыусылар башлыса интернетҡа күсте.
Милли киң мәғлүмәт саралары форумына федераль эксперттар саҡырылғайны. Сарала ваҡытлы матбуғат дизайны, реклама алымдары, милли журналистикаға кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Интернет һәм медиа киңлекте ҡыҙыҡлы темалар менән байытыу, халыҡ күңелен яуларлыҡ сайттар әҙерләүгә бәйле оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Милли киң мәғлүмәт саралары туған телде, мәҙәниәтте һаҡлауға тос өлөш индерә. Милләт киләсәген билдәләүсе ҡорал. Уның менән дөрөҫ файҙалана белергә генә кәрәк. Сара сиктәрендә федераль эксперттар «Тамыр» балалар телеканалы эш тәжрибәһе бөтә ил өсөн өлгө булыуын билдәләне. Ә уңыш сере ябай.
Форум сиктәрендә журналистарға дәүләт наградалары – абруйлы исемдәр, республика башлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре булыуы уғата ҡыуаныслы. «Яңылыҡтар» хеҙмәте режиссеры Зәлифә Бикташева сирек быуатҡа яҡын һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, йәштәргә өлгө күрһәтә.
Медиайыйындың тәүге көнөндә аудитория талаптарын билдәләү өсөн йылына бер социаль тикшеренеүҙәр уҙғарыу тәҡдиме индерелде. Милли кадрҙар әҙерләүҙә редакциялар ҡарамағында медиамәктәптәр ойоштороу ҙа уңышлы башланғыс. Сара шәмбе лә дауам итә. Республика етәкселеге менән эшлекле осрашыуҙар көтөлә. Шулай уҡ журналистар алдында билдәле бизнес-тренерҙар, блогерҙар сығыш яһаясаҡ.
Милли журналистика дәүләт ярҙамына мохтажмы, әллә һынылшлы осорҙо үҙҙалы үтә аласаҡмы? Медиайыйын сиктәрендә ошо һорауҙарға яуап эҙләйәсәтәр. Сара һөҙөмтәһе булараҡ милли матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү йүнәлешендә аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина




