Бөгөн республикала Милли кейем көнө уҙҙы

Сағыу байрам республиканың төрлө ҡалаларында уҙған милли кейем парады, Ритайым Пати кеүек сараларҙы үҙ эсенә алды. Теләге булғандар селтәр, ҡашмау һәм башҡа биҙәүестәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Тәүҙә ояла инек ти ул. Милли кейем кейеп халыҡ араһына сығырға. Әммә ул тойғо бер нисә тапҡыр байрамға селтәр, ҡашмау тағып сыҡҡас та, юҡҡа сыға. Артабан инде Өфөлә үткән бер генә байрам, йыйылышты ла Альбина Хашим ҡыҙынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаған ханым нисек өлгөрөүен, ҡайҙан көс алыуын үҙе генә белә. Селтәрҙе көн һайын кейеп йөрөрлөк итеп эшләү идеяһы тыуа һәм мәрйендәрҙән, аҫыл таштарҙан эшләй башлай. Ә бөгөн байрамда ырғаҡ менән бәйләгәне менән таныштырҙы. Уныһы инде яңы мода һәм дефиле менән күрһәтелде.

Байрамда сит төбәк вәкилдәре лә ҡатнашты. Түбәтәй Пермь крайының милли бренды. Төбәктә уны кейәүгә бүләк итеп биреү йолаһы бар.

Икенсе йыл рәттән таусылар ҡалаһында йәшәүселәр ҙә сағыу костюмдарҙа милли йыйын уҙғара. Бөгөн үҙәк майҙанға төрлө милләт вәкилдәре ағылды.

Тәтешле районы мәҙәниәт йорто сәхнәһендә удмурт халҡының милли кейем өлгөләре күрһәтелде. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар дефиле менән сыҡты.

Милли кейем байрамы йылына ике тапҡыр апрелдә һәм сентябрҙә уҙғарыла. Киләһе байрам сентябрҙең тәүге йомаһына тура килә. Уға тиклем йәй буйы Өфөлә асыҡ һауала бейеү кисәләре уҙғарыу ҡаралған.

Милли рухты күтәреүсе саралар күбәйгән һайын халыҡ берҙәмлеге нығына.

Фото №1 - Бөгөн республикала Милли кейем көнө уҙҙы

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ