Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһының 630 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә

Күрһәткес дүшәмбегә тиклем тағы ла 50 сантиметрға артыуы ихтимал.

Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған ташҡын буйынса брифингта белдерелде. Ағиҙелдең күтәрелеүе һыу аҫтында ҡалған майҙандар һанын арттырыуы мөмкин. Әле белгестәр хәүеф янаған зоналарҙа күҙәтеү алып бара. Халыҡ иҫкәртелгән, әммә кешеләр йорттарын ташлап китергә йыйынмай. Шуға ҡарамаҫтан, һыу аҫтында ҡалыусылар өсөн ваҡытлыса йәшәү урындары әҙерләнгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының махсус үҙәгендә лә видеобәйләнеш аша тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү алып барыла.

Белгестәр фекеренсә, бында тотош республиканың картаһы, һыу кимәле асыҡ күренеп тора. Брифингта ҡотҡарыусыларҙан тыш, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы етәксеһе Анна Казак сығыш яһаны. Уның фекеренсә, ташҡын булған биләмәләрҙә һыу сифатын тикшереү мотлаҡ, ҡоҙоҡтарҙан эсергә ярамай. Әле тикшереү өсөн 86 ерҙән материал алынған, бишәүһе санитар талаптарға яуап бирмәй. Тимәк, был һыуҙы ҡулланыу сир йоҡтороуға килтереүе ихтимал.

Әле биш муниципаль берәмектәге һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған 14 урын беҙҙең ныҡлы күҙәтеү аҫтында ҡала. Беҙҙең төп көстәр граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһының күтәреле ихтималығы бар, шуға күрә тынысланырға иртәрәк. был осраҡта Кооператив яланында, Нижегородка ла, Затонда һыу күтәрелеүе бар.

Эдуард Иҙрисов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары
Фото №1 - Өфө эргәһендә Ағиҙел йылғаһының 630 сантиметрға тиклем күтәрелеүе көтөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ