Төрлө ойошма, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ғаиләләр ихаталарҙы һәм йәмәғәт урындарын ҡар һәм боҙ ҡалдыҡтарынан таҙартты. Экологик акция баш ҡаланың Октябрь районында айырыуса йәмле үтте. Өмәлә йүкәләр аллеяһы тәртипкә килтерелде. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
. Өфөлә ойошторолған сираттағы шәмбе өмәһе урынын йәмәғәтселек үҙаллы һайлап алды. Тирә-яҡ мөхит таҙалығына битараф булмаған ирекмәндәр баш ҡаланың Октябрь районында урынлашҡан йүкәләр аллеяһын тәртипкә килтерҙе.
Экологик акцияны ойоштороусылар бер нисә сәғәт эсендә йүкәләр аллеяһын таҙартып көҙҙән ҡалған япраҡтарҙы, сүп-сарҙы тоҡтарға йыйҙы. Шәмбе өмәһендә әүҙемлек күрһәтеүсе йәштәргә иҫтәлекле бүләктәр таратылды.
Яҙғы өмәләр Өфөнөң башҡа биләмәләрендә лә ойошторолдо. Йәмәғәт эшмәкәрҙәре, тарихи музей хеҙмәткәрҙеәре Пушкин менән Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә урынлашҡан
«Өфө-2 ҡаласығы» майҙанын тәртипкә килтерҙе. Тиҙҙән археологик ҡомартҡы төҙөкләндерелә башлаясаҡ тип көтөлә . Баш ҡаланың 450 йыллығына ҡаласыҡ биләмәһендә боронғо Өфө археология паркы булдырыу маҡсаты ҡуйылған.
Баш ҡала биләмәләрендә шәмбе өмәләре артабан да үткәреләсәк. Парктар, урамдар, ихаталар ҡар һәм боҙ ҡалдыҡтарынан таҙартылғас экологик акция сиктәрендә ағастар һәм сәскәләр ултыртыу ҡаралған.
Флорида Ким






