Иглин районында экологик өмә уҙҙы

Урамдарҙы, парктарҙы таҙартыуға преприятиелар хеҙмәткәрҙәре лә, социаль учреждениелар коллективтары ла ихлас ҡушылды.

Күмәкләгән яу ҡайтарған тигән һымаҡ, Иглин районы ла өмәнән һуң яңы һулыш алды. Урам, ихаталар, юл буйҙары ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан таҙартылды, ҡороған ботаҡтар йыйылды, ағас төптәре, бордюрҙар аҡланды. Иглин районы хакимиәте етәкселеге әйтеүенсә, экологик өмәләр таҙа мөхит булдырып ҡына ҡалмай, халыҡты берләштерә, тыуған төйәк өсөн яуаплылыҡ тойғоһо уята.

Экологик өмәлә йәш быуындың әүҙем ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Иглин ауылының 4-се һәм 5-се белем усаҡтары коллективтары «Еңеү паркы»нда эшләне. Педагогтар әйтеүенсә, уҡыусыларҙың тирә-яҡ мөхитте таҙартыуҙа ҡатнашыуы бик мөһим. Үҙҙәре йыйыштырғандан һуң улар кеше хеҙмәтенең ҡәҙерен яҡшыраҡ аңлай башлай, был ерҙәге тәртип өсөн яуаплылыҡ тоя, сүпләмәҫкә тырыша. Икенсенән, тап «Еңеү паркы»ндағы өмә патриотик тәрбиә биреү алымы ла булып тора. Уҡыусылар эш араһында Бөйөк Ватан һуғышы тарихы, яҡташ һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының биографияһы менән ҡыҙыҡһына.

Фото №1 - Иглин районында экологик өмә уҙҙы

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ