Ейәнсура районында мәктәп автобусы водителе иҫерек килеш тотолған

Ейәнсура районында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары иҫерек килеш мәктәп автобусы менән идара иткән водителде асыҡланы. Эскән килеш ул балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән мәктәп уҡыусыларын өйҙәренә таратҡан.

Тикшереү барышында ирҙең ҡанында 1 бөтөн йөҙҙән 75 промилль алкоголь булыуы билдәләнгән. Был күрһәткес норманан бер нисә тапҡырға юғары. Водитель кистән иҫерткес эсемлек ҡулланыуын үҙе лә йәшермәгән.

Һөҙөмтәлә уға ҡарата административ протокол төҙөлгән һәм ул транспорт менән идара итеүҙән ситләтелгән. Әлеге осраҡ буйынса, балаларҙы ташыуҙы тәьмин итеүсе яуаплы етәкселәр ҙә язаға тарттырыласаҡ. Эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе асыҡлау буйынса иҫкәртеү саралары дауам итә.

Фото №1 - Ейәнсура районында мәктәп автобусы водителе иҫерек килеш тотолған

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ