Өфөлә уҡыусылар араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү буйынса республика ярышы уҙҙы.
Унда 14-тән 17 йәшкә тиклемге балалар белемен генә түгел, автомобиль менән идара итеү һәләтен дә күрһәтте. Ярыштарҙа барыһы ла ысын автомәктәптәге һымаҡ, судьялар һәр хәрәкәтте күҙәтеп кенә тора. Тимер ат менән идара итеү оҫталығы ла, хәүефһеҙлек ҡайышы эләктерелеүе лә иҫәпкә алына. Уҡыусылар ҙа һынатмай. Бар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп хәрәкәт итергә тырыша. Ошонда уҡ тәгәрмәс алмаштырыуға ла ярыш үтә, бында инде сослоҡ та, иғтибар ҙа талап ителә.
Белгестәр фекеренсә, балаларҙың кимәле яҡшы, күптәре бөгөндән үк руль артына ултыра ала. Еңеүселәр иһә Өфөлә сентябрҙә уҙасаҡ Бөтә Рәсәй ярышында ҡатнашыу хоҡуғы ала. Шулай ҙа иң мөһиме, юлдарҙағы хәүефһеҙлек. Һәм балаларҙың ошо яуаплылыҡты аңлауы ҡыуаныслы, ти инспекторҙар.
Рәмзиә Кәри мова




