Башҡортостанда коронавирустан ике төр вакцина яһала. Улар - “Спутник Ви” һәм “ЭпиВак корона”. Вирусҡа ҡаршы прививка 150-нән ашыу пунктта эшләнә. Мобиль нөктәләр ҙә ошо уҡ иҫәпкә инә. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, райондарҙа “ЭпиВак корона” препараты ҡулланыла.
Республикаға коронавирус инфекцияһынан 300 мең дана вакцина килтерелгән.




