Шишмә районы Алкин-2 мәктәбенең өс тиҫтәнән ашыу уҡыусыһы Ватан алдында тоғролоҡҡа ант бирҙе. Улар Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенә ағза итеп алынды. Иҫтәлекле көн уңайынан егеттәр ҡасабалағы хәрби часть менән яҡындан танышты.
Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш 1 апрелдә башланды. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостандан 5 мең самаһы егет армияға оҙатыла.






