Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле стационарҙарҙа 169 пациент дауалана. 29 кешенең хәле ауыр тип баһалана, 7-әүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 3 кеше вафат булған. Пандемия башланғандан алып, Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары 421-кә етте.




