Өфөнөң 2017 йылғы бюджеты 24,2 млрд һум тәшкил иткән

Өфө Советының XIX ултырышында Ирек Ялалов 2017 йылда бюджетты файҙаланыу буйынса отчет бирҙе.

Өфө депутаттары тарафынан ҡабул ителгән 19,4 млрд һумлыҡ ҡала бюджеты 24,2 млрд һумға тиклем артҡан. Федераль һәм республика бюджетынан 14 млрд һум күскән. 58% бюджет-ара трансферт өлөшөнә тура килә. Улай тиһәң, ҡала сығымы 24,6 млрд һумға барып баҫҡан.

Ҡала башлығы Өфөнөң кредит бурысы ҡалыуын билдәләп үтте. Шулай ҙа бирәсәк 1,5 тапҡырға кәмегән. Был Хакимиәт аппаратын тәьмин итеү сығымдарын кәметеү, кредиттарҙы реструктуризациялау, муниципалитеттар мөлкәтенең арендаторҙарын контролгә алыу һәм Росреестр менән һалым объекттарын табыу эшен яйға һалыу ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Бынан тыш, 2017 йылда хеҙмәт килешеүе төҙөмәйсә 8 мең кешенең эшләүе һәм легаль булмаған эшҡыуарлыҡ эштәре алып барған 61 субъект асыҡланған.