Иҫкәртелгән бәлә. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Фото №1 - Иҫкәртелгән бәлә. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Ҡоро һәм еләҫ көндә уттың тиҙ таралыуына Баймаҡ районы халҡы уҙған ял көндәрендә шаһит булды. Ҡауланға төшкән осҡон тиҙ арала сүп-сара полигонында тарала. Һөҙөмтәлә ул ҡаланың көньяҡ биҫтәһенә хәүеф тыуҙыра. Хәбәрсебеҙ Салауат Заманов дауам итә.

Иҫкәртелгән бәлә. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө янында ҡоро үлән яныуы теркәлгән. Нуғай ҡасабаһы янында ут 2 гектар ерҙе ялмап алған. Ваҡиға урынында 32 кешенән торған янғын һүндереү төркөмө эшләй. Йорттарға һәм халыҡҡа хәүеф янамай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ