Был турала республика башлығы бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Әле биләмәлә төҙөкләндереү эштәренең төп өлөшө тамамланған, артабан Шайморатов генералдың һәйкәлен урынлаштырыу бурысы тора. Радий Хәбиров объектты Республика көнөнә сафҡа индереү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Бөйөк Еңеү көнөн билдәләүгә әҙерлек, «Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыу, инвестиция климатын яҡшыртыу хаҡында һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Коронавирус менән бәйле иҡтисади ҡатмарлыҡтар артта, хәҙер эшмкәрлекте йәнләндереү, яңы күрһәткестәр хаҡында һөйләргә мөмкин. Республика башлығы билдәләүенсә, йылдың өс айы һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе кимәле уртаса Рәсәй күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ.
Тормош үҙ ағымына ҡайтыуға ҡарамаҫтан, коронавирусты йоҡтороусылар һаман бар. Мәкерле сиргә ҡаршы көрәштең төп алымы булып вакцина яһатыу тора.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселәре әйтеүенсә, әле Башҡортостанда 150 пунктта вакцина эшләтергә мөмкин. Радий Хәбиров Салауат, Өфө, Учалы ҡалаларында эштең яҡшы ойошторолоуын билдәләне. Ә ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә күрһәткес 2-3 тапҡырға тиерлек түбәнерәк. Шулай уҡ артабан вакцинация менән бәйле хәлде Башҡортостан башлығы хакимиәте шәхсән контролдә тотасаҡ.
Сикләүҙәр кәметелеү менән бәйле, быйыл Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараларҙы уҙғарыу ҡарала. Һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының саф йылдан-йыл һирәгәйә, улар беҙҙең иғтибарға мохтаж тип билдәләнде кәңәшмәлә. Шулай уҡ май башында һуғыш балаларына таныҡлыҡтар тапшырыла башлай.
Генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ Совет майҙанында реконструкция 9 майға өлгөрмәй. Әммә биләмәлә төп төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Радий Хәбиров проектҡа үҙгәрештәр индереү ихтималлығын да белдерҙе. Ошондай үтенес менән уға Рәсәй художество академияһының 4 академигы мөрәжәғәт иткән. Улар араһында һәйкәлгә конкурс еңеүсеһе Салауат Щербаков та бар.
Республика башлығы Өфөнөң Комсомол урамын төҙөкләндереүҙе тиҙләтеү бурысын да ҡуйҙы. Ул баш ҡаланың төп транспорт артерияларының береһе буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр алдында урамдарҙы ҡыш буйы йыйылған бысраҡтан, саңдан арындырыу бурысы ла тора.
Рәмзиә Кәримова





