Ҡоро һәм еләҫ көндө уттың таралыу тиҙлегенә Баймаҡ районы халҡы уҙған ял көндәрендә шаһит булды. Ҡауланға төшкән осҡон тиҙ арала сүп-сар полигонына таралды. Һуңынан ул ҡаланың көньяҡ биҫтәһенә хәүеф тыуҙырҙы.
Йәкшәмбе Баймаҡ эрәһендә көтмәгәндә янғын сыҡты. Ут ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына тоҡанды. Ел янғынды ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә табан ҡыуаланы. Көслө ялҡын төн уртаһында ғына баҫылды.
Янғын йәнә Баймаҡтарҙың берҙәмлеген һынаны. Ут менән көрәшкә 150-нән ашыу кеше ҡушылды. Ойошма һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде. 20-нән ашыу техника ҡулланылды.
Әле ваҡиға урынында тикшереү бара. Тәфтишселәр ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сыҡҡан янғынға кеше йоғонтоһо яһауы ихтимал тигән фекерҙә белгестәр.
Рафиҡ Әхмәтшин




