Ремонт эштәренә «бәхәс»ле сығымдар

Өфөнән Радмир Рәхимов уйын приставкаһынан бәләкәй дискты сығара алмай, ҡоролманы сервис үҙәккә ебәрә. Күрһәтеләсәк хеҙмәт өсөн башта бер сумма билдәләнә, тик оҙаҡ та үтмәй, мастер шылтыратып, ремонт эштәренә туғыҙ тапҡырға күберәк хаҡ ҡуя. Был күренешкә дәғүә белдереүсе клиент менән БЮТ каналының ижади төркөмө осрашты.

Дискты уйын приставкаһынан үҙаллы сығара алмағас, Радмир Рәхимов интернет аша электрон ҡоролма фирмаһын ремонтлауҙа махсуслашҡан сервис үҙәкте табып, улар менән бәйләнешкә инә. Артабан приставканы компанияға курьер аша ебәрә. Бер сәғәттән һуң мастер шылтырата. Плэйстэйшенға диагностика яһағанда өҫтәмә етешһеҙлектәр табылыуын билдәләй. Ремонт өсөн алдан килешелгән 900 һум урынына 7000 һумға күберәк сумма талап ителеүен иҫкәртә.

Аптыраным, әле аҡса булмауын әйттем. Мине тынысландырҙылар ҙа, тейешле сумма йыйылғас, приставканы килеп алырға мөмкин тинеләр. Ремонт эштәренә ете йылға гарантия бирелеүе лә билдәләнде. Мин ризалаштым. Һуңынан шик барлыҡҡа килде дә, интернетта сервис үҙәк тураһында белешмә ала башланым. Унда компанияның мутлашыу схемаһы буйынса эшләүе, клиенттарҙы алдауы тураһында яҙылған ине..

Радмир Рәхимов

Радмир Рәхимов шул уҡ көндө мастерға шылтыратып, уйын приставкаһынан дискты ғына сығарыуҙарын, өҫтәмә ремонт башҡармауҙарын һорай. Тик һуң була. Быны яңы запас частар ҡуйып өлгөрөүҙәре менән аңлаталар. Клиент был эштәр өсөн 900 һум ғына түләйем тигәс, приставканы яңынан һүтеп, ҡуйылған деталдәрҙе алыу ҡарар ителгән. Был турала сервис үҙәктә хәбәр иттеләр. Унда клиент адвокаты менән бергә барҙы.

Бындай осраҡтар башҡа сервис үҙәктәр менән дә ҡабатланыуы мөмкин. Шуға клиенттарҙы иҫкәрткем килә, зыян күрмәҫ өсөн башта уҡ ремонт хаҡын асыҡларға кәрәк. Әгәр техникаға диагностиканан һуң сығымдарҙың артыуын телефон аша иҫкәртһәләр, сервис үҙәккә килеп был турала тулыраҡ һорашығыҙ. Ремонт сифатһыҙ башҡарылған осраҡта, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау законы һәр ваҡыт клиенттар яғында булыуын онотмағыҙ.

Игорь Мурзин, адвокат

Дискты сығарғандар ҙа бит. Тик сервис үҙәктә уйын приставкаһының төҙөклөгөн тикшереп булманы. Телевизор юҡлыҡҡа һылтандылар. Шуға Радмир Рәхимов ҡоролманың техник торошон өйөнә ҡайтып тикшерергә булды, әммә ремонт эштәре һөҙөмтәһе ҡыуандырманы. Экранда бер үк яҙыу - приставка менән тоташыу күренмәй, дисководтың эшләмәүе лә асыҡланды.

Адвокат менән сервис үҙәккә яңынан мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Уйын приставкаһын яңынан ремонтлаһындар, йә алмашҡа башҡа ҡоролма, аҡсалата бирһендәр тип дәғүә белдерергә ҡала.

Радмир Рәхимов
Башбат

Радмир Рәхимов уйын приставкаһының эшлектән сығыуына бәйле хоҡуҡ һағындағыларға ла мөрәжәғәт итте. Компания эшмәкәрлеге ентекле тикшереләсәк.

Фото №1 - Ремонт эштәренә «бәхәс»ле сығымдар

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ