Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор төбәктең патриотик хәрәкәте активистары менән осрашты

Сараға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ байрамын үткәреүҙә ҙур өлөш индергән яҡташтар саҡырылды.

Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 710 меңдән ашыу кеше саҡыртыла. Уларҙың яртыһы фронт яланында ятып ҡала, ә 50 меңгә яҡын һалдат төрлө йәрәхәттәр менән ҡайта. Бөйөк Еңеүҙе яулауға республика халҡы ниндәй ҙур өлөш индереүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Һалдат һәм ветерандарҙың исемен мәңгеләштеү, йәш быуында патриотик тәрбиә биреүҙә башҡарған эштәрегеҙ баһалап бөткөһөҙ , тип билдәләне осрашыуҙа Алексей Касьянов.

Саҡырылған ҡунаҡтар Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сараларҙы ойоштороу һәм үткәреүҙә ҙур эш башҡарҙы. Яңы онлайн формат индерелеүе лә байрамды билдәләргә ҡамасауламаны. Патриотик хәрәкәт вәкилдәре уҙғарған сараларға бик күп граждандар, айырыуса йәштәр ҡушылды. 

Алексей Касьянов, Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор

Осрашыуҙа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ байрамын үткәреүҙә ҡатнашҡан активистар бүләкләнде. Төбәктең патриотик хәрәкәте вәкилдәренә Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе Антон Вайно исеменән Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында «Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе Вадим Курилов та бар. Әйткәндәй, быйыл «Үлемһеҙ полк» сафына 400 меңдән ашыу кеше баҫасаҡ. Халыҡ акцияһы бер юлы онлайн һәм традицион форматта уҙа.

Ойоштороу комитетына шылтыратыуҙар һәм заявкалар күп килә. Кешеләр өйҙә ултырып ялҡҡан һәм сараны түҙемһеҙләнеп көтә. Быйыл тәүгә «Үлемһеҙ полк» сафы тулыһынса музыка менән оҙатыла. Өфөлә үтәсәк колоннаны Бөйөк Ватан һуғышы һәм төбәктә ойошторолған барлыҡ хәрби подразделениелар знаменалары штандарттары башлап ебәрәсәк.

Вадим Курилов, «Үлемһеҙ полк» хәрәкәтенең төбәк штабы етәксеһе
Фото №1 - Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор төбәктең патриотик хәрәкәте активистары менән осрашты

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ