Күргәҙмә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың етмеш йәше айҡанлы ижад юлына байҡау форматында эшләнгән. Галереяның өс залында ижадсының төрлө жанрҙа яҙылған 88 картинаһы күрһәтелгән. Ижадсының шәхси күргәҙмәһе 10 майға тиклем эшләй.
Вәкил Шәйхетдиновтың пейзаждары төҫтәр ҡуйылығы, тәбиғәтте нескә тоя белеүе менән үҙенсәлекле. Донья кимәлендә лә билдәле рәссам өсөн урман-тауҙар бөтөнлөгө , эсәр һыу, һулар һауа сафлығы беренсе планда. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Вәкил Шәйхетдиновтың ижады тәрән фәлсәфә, рухи бейеклек һәм милли-мәҙәни биҙәктәре менән үҙенсәлекле.




