Төрлө йүнәлештәге белгестәр ярты йыл дауамында республиканың һәр районын урап сығырға ниәтләй. Күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ ауыл халҡына коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтергә лә мөмкин. Был хаҡта БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортаж.
Сәләмәтлек автопоезының тупһаһын атлап үтеүе генә ҡыйын, әммә был ғына уңайһыҙлыҡҡа түҙергә лә мөмкин. Нефтекама маршрутын хеҙмәтләндереүсе медицина десанты бөгөн Бөрө районы Иҫке Баҙан ауылында эшләй. Урындағы халыҡ өсөн был көтөп алынған ваҡиға. Сөнки төрлө йүнәлештәге табиптарға район үҙәгендә йәки Өфөлә генә күренергә мөмкин. Ә бында белгестәр үҙҙәре ауылға килгән.
Һыуытҡыстағы был вакциналар Салауат районына республикала старт алған акция сиктәрендә килтерелгән. Прививкаларҙы ауылдарҙа йәшәүсе һәр кем бушлай эшләтә ала. Әлбиттә, бындай мөмкинлек менән файҙаланып ҡалыусылар етерлек. Тәүге көндә генә Арҡауылда тиҫтәләп кеше «ЭпиВакКорона» препаратының беренсе компонентын ҡаҙатты.
Сәләмәтлек автопоезының килеүе ауыл халҡына бер-нисә мәсьәләне хәл итергә ярҙам итә. Мәҫәлән, район үҙәгенә транспорт эҙләргә лә, аҡса түгергә лә, сират көтөргә лә кәрәкмәй. Әгәр ҙә күп кенә ауылдарҙа башлыса оло быуын вәкилдәре йәшәүен иҫәпкә алғанда был бик тә уңайлы, ти улар.
Медицина поезы составына Мәсәғүт һәм Өфө дауаханаларында эшләүсе төрлө йүнәлештәге 10 белгес ингән. Биш көн дауамында улар эргәләге башҡа ауылдарҙа йәшәүселәрҙең дә сәләмәтлеген тикшерәсәк.
Сәләмәтлек автопоездары бөгөн Башҡортостанда алты маршрут буйынса юлға сыҡты. Тәүге көндәрҙә улар Салауат, Белорет, Архангел, Бөрө, Бүздәк һәм Архангел райондары ауылдарында йәшәүселәрҙе ҡабул итә. Графикка ярашлы, тәжрибәле белгестәр артабан республиканың башҡа төбәктәренә лә барып етәсә
Илдар Байбулатов




